102-се башҡорт гимназияһының тамаша залында XIX быуаттың сәсән- мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың 185 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур кисәүтте

 Өфө ҡалаһы 102-се башҡорт гимназияһының тамаша залында Халыҡ –ара туған телдәр көнөнә, Башҡорт теле көнөнә, XIX быуаттың сәсән- мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың 185 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур кисәүтте. Был мәҙәни сарала уҡыусылар, уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр ҙур теләк менән ҡатнашты.Мәшһүр әҙибебеҙҙең шиғырҙары, музыкаль номерҙар менән үрелеп барҙы, ҡатнашыусылар күңеленә хуш килде.

Йыл һайын гимназияла үткәрелә торған атай-әсәйҙәр йыйылышы быйыл яңы форматта – әҙәби музыкаль композиция формаһында үткәрелде.

Кисәлә Аҡмулланың юбилейына арналған уҡытыусылар өсөн дәрес, кластан тыш саралар план-конспекты конкурсы, уҡыусылар өсөн М. Аҡмулла әҫәрҙәре буйынса стена гәзите йәки һүрәттәр, кроссвордтар, реферат һәм презентациялар, иншалар, шиғыр һөйләүселәр, шиғыр яҙыусылар кеүек ижади конкурстарға йомаҡ яһалды, еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Шулай уҡ бер төркөм атай-әсәйҙәргә гимназия, класс тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, атай-әсәйлек бурыстарын юғары кимәлдә башҡарғаны өсөн гимназия администрацияһының Рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырылды.

Ҡыҫҡаһы, был мәҙәни сара гимназиябыҙҙа ойошҡанлы, күтәренке рух менән үтте.

Еще фотографии