11 мая в Лицее № 58 Калининского района проводился районный конкурс «Образцовая башкирская семья-2018» по инициативе районной общественной организацией башкирских женщин «Ағинәй»

11 майҙа Калинин районының 58-се  Лицейында  “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2018”  конкурсы үтте. Был конкурс  Калинин районы ағинәйҙәр ойошмаһы  тәҡдиме  буйынса үткәрелде. Конкурста  Абдрахмановтар, Фазыловтар, Исламшиндар  һәм Абдуллиндар  ғаиләләре көс һынашты.

 Бәйгеселерҙе   Өфө  ҡалаһы  ҡала  округы  Калинин районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары  Ҡаһарманова  Ә.Ә. , Калинин районы Башҡорттары  ҡоролтайы  рәйесе  Иҫәнов Р.Ш.  тәбрикләне.

Ғаиләләр  5  һынау тотто:  үҙҙәре менән таныштырыу,  милли йолаларҙы,  быуындар бәйләнешен  һаҡлау,   тормош ситуацияларынан сығыу юлдарын күрһәтеү буйынса һынау тоттолар. Шулай  уҡ әсәйҙәр бәйләм бәйләү,  атайҙар  - гер күтәреү  буйынса ярыштылар . Һәр ғаилә үҙҙәренә  генә  хас йолаларын, талантын, маһирлығын күрһәтте. Балаларҙың  ихлас сығыштарын тыңлағандан һуң, милләтебеҙҙең  киләсәге  өмөтлө икәненә тағы ла инандыҡ.

Конкурс барышында янгыраган  ҡурай, думбра моңдары конкурсанттарға,  тамашасыларға  дәрт, көс, илһам өҫтәне.

Ғаиләләрҙең сығыштарын жюри ағзалары ғәҙел баһаланы:

1.     Абдуллиндар ғаиләһе “Милли йолаларҙы  һаҡлаусы” номинацияһына.

2.     Абдрахмановтар ғаиләһе “Татыу ғаилә – ил күрке” номинацияһына.

3.     Исламшиндар ғаиләһе “Берҙәмлектә - көс” номинацияһына лайыҡ булдылар, а Фазыловтар ғаиләһе  - еңеүсе тип танылды.

Һоҡланып та, ғорурланып та бөткөһөҙ ҡатнашыусы ғаиләләргә. Афариндар! Ҡотлайбыҙ! Тап ошондай саралар башҡорт ғаиләләрен, телебеззе  һаҡлауға ҙур өлөш индерә.

Еще фотографии