Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 2019 йылдың 21 октябрендә 40-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәре өлкән төркөм балалары
2019 йылдың 21 октябрендә 40-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәре өлкән төркөм балалары

2019 йылдың 21 октябрендә 40-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәре өлкән төркөм балалары өсөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейына экскурсия ойошторҙо. Экскурсия Башҡортостандың 100 йыллығына арналған һәм әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү, тыуған яҡтың хозур тәбиғәтен өйрәнеү маҡсатында ойошторолдо.

Музей хеҙмәткәрҙәре республикабыҙҙың тәбиғәте, тарихы, этнографияһы тураһында һөйләне. Балаларға бигерәк тә, музейҙың «Башҡортостан мәмерйәләре» залы оҡшаны. Сара мауыҡтырғыс, фәһемле үтте. Экскурсия балаларға ла, тәрбиәселәргә лә бик оҡшаны.