Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 

Август айында бөтә республика хөрмәт иткән, халыҡ батырына әйләнгән   112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулды.

2019 йылдың 12 сентябрендә 75- се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәре балаларға 112- се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейына экскурсия ойошторҙо. Генерал - майор Миңлеғәли Минһажетдин улы Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән “Йәш шайморатовсылар” сараһында ҡатнаштылар. Музей хеҙмәткәрҙәре генералдың тормош юлы менән таныштырҙы, уның ҡыйыу, батыр, оҫта разведчик булыуы тураһында һөйләне. Сара мауыҡтырғыс, фәһемле йәнһүрәт менән тамамланды. Экскурсия балаларға ла, тәрбиәселәргә лә бик оҡшаны.