Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 

17 декабрь «Аҡбуҙат» 75-се башҡорт балалар баҡсаһында «Шәжәрә-быуындар сылбыры» байрамы үтте. Байрамға зал зауыҡлы биҙәлгән, экспонаттар, ҡул эштәре менән йыһазландырылған.

Шәжәрә байрамын тәрбиәселәр һәм тәрбиәләнеүселәр менән сәхнәләштерелгән тамаша асты. Байрам йыр, бейеү, уйындар менән оҙатылып барҙы. Сара барышында балалар өләсәй, әсәйҙәре менән бергә үҙҙәренең ғаилә шәжәрәһен күрһәтте. Байрамда Ишкининдар, Барлыбаевтар, Көмөшбаевтар, Әхмәтовтәр, Ҡамбулатовтар ғаиләһе менән яҡыныраҡ таныштыҡ. Һәр ғаилә үҙҙәренең йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәрен тамашасылар иғтибарына тәҡдим итте.

Ҡунаҡтарға байрамдың махсус саҡырылған ҡунағы, йырсы Сәйет Билалов, һоҡланғыс йырҙарын бүләк итте.

Йәш быуында үҙ халҡының тарихына, теленә, мәҙәниәтенә һөйөү уятыу йүнәлешендә бергәләп эшләгәндә генә ҙур маҡсатҡа ирешеп була. Үҙ шәжәрәһен белгән балалар нәҫел ағасының тамырҙарын ҡоротмай, ошо ерҙең хужаһы, ата-бабалар йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе булырҙар тип ышанабыҙ.

Еще фотографии