«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2019» ҡала конкурсының «Методик семинар» этабы үтте
2018 йылдың 5 декабрендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2019» ҡала конкурсының «Методик семинар» этабы үтте. Конкурстың был этабында мәктәп, район этаптарында еңеп сығыусы
14 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һынау тотто. Уларҙың дүртәүһе - “Педагогик өмөт” номинацияһында билдәләнәсәк йәш конкурсанттар.
Конкурстың шарттары буйынса бәйгеселәр 10 минут эсендә үҙҙәренең эш тәжрибәһенән иң ҡыҙыҡлы һәм отошло тип һынаған эш алымдарын һөйләп үтергә тейештәр. Уҡытыусылар башҡорт телен уҡытыуҙа уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын йәлеп итеү, дәрестә текст менән эшләү, заманса технологияларҙы ҡулланыу, модулле уҡытыу кеүек ҡыҙыҡлы темалар менән сығыш яһанылар. «Методик семинар» этабы, ысын мәғәнәһендә, тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу майҙансығына әүерелде.
Конкурсанттарҙы баһаларға республикабыҙҙың арҙаҡлы ғалимдары, уҡытыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм милли мәғариф өлкәһендәге белгестәр йыйылды.
Алдағы көндә уҡытыусыларҙы таныш булмаған уҡыусылар менән
«Асыҡ дәрес» этабы көтә.
Уларға ижади уңыштар, яңы асыштар теләп ҡалабыҙ.