Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » Миңлеғәле Шайморатовтың тыуына 120 йыл тулыу айҡанлы
Миңлеғәле Шайморатовтың тыуына 120 йыл тулыу айҡанлы

Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа Миңлеғәле Шайморатовтың тыуына 120 йыл тулыу айҡанлы бик күп сағыу байрамдар ойошторолдо.

308-се башҡорт балалар баҡсаһы ла был мәртәбәле сараға әүҙем ҡушылды. Беренсенән, мәктәпкәсә әҙерлек төркөмдәрендә генерал Шайморатов иҫтәлегенә бағышланған музыкаль-тематик дәрес үтте. Кескәйҙәр генералдың тормош юлы, уның еңеү ҡаҙаныштары менән танышты. Бигерәк тә геройҙың бала сағы тураһында мәғлүмәт кескәйҙәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Сара дәртле патриотик йыр-бейеүҙәр менән биҙәлде.