Районные отделы (управления) образования
Отдел образования Администрации Демского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан Управление по гуманитарным вопросам и образованию Администрации Калининского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан Управление по гуманитарным вопросам и образованию Администрации Кировского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан Отдел образования Администрации Ленинского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан Отдел образования Администрации Октябрьского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан Управление по гуманитарным вопросам и образованию Администрации Орджоникидзевского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан Отдел образования управления по гуманитарным вопросам и образованию Администрации Советского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан

Октябрҙең һуңғы көндәрендә Өфө ҡалаһы 40-сы башҡорт балалар баҡсаһында көҙ миҙгеленә бағышланған “Һыу буйында” исемле фольклор байрамы үтте

Октябрҙең һуңғы көндәрендә Өфө ҡалаһы 40-сы башҡорт балалар баҡсаһында көҙ миҙгеленә бағышланған “Һыу буйында” исемле фольклор байрамы үтте. 

Сараның төп маҡсаты булып сабыйҙарға үҙ туған телен өйрәтеү; башҡорт халҡының сәнғәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыу; башҡорт халыҡ уйындарына, шаян йырҙарына, таҡмаҡтарына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тойғоһо уятыу торҙо.

 Кескәйҙәр был көндө ата-әсәләргә һыу буйында киске уйынға йыйылыу тамашаһын күрһәтте. Байрам “Япраҡтар бейеүе” менән башланып китте, артабан балалар Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте хаҡында шиғырҙар һөйләне. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың ҡара-ҡаршы әйтешкән таҡмаҡтары, шаян үсекләшеүҙәре тамашасы күңеленә хуш килде. “Пар табышыу” уйынын кескәйҙәр айырыуса ҡыҙыҡһынып уйнаны. Күңелле сара “Бүләк” йыры менән тамамланды. 

“Һыу буйына” килгән һәр кеше рухи берҙәмлек, дуҫлыҡ тойғолары кисерҙе. Музыка етәксеһе Әхмәтғәлиева Айгөл Салауат ҡыҙы, тәрбиәсе Заһитова Айһылыу Миңлеғәле ҡыҙы, Фазлыйәхмәтова Ләйсән Юлай ҡыҙы ойошторған был сара балаларға һәм ата әсәләргә яҡшы кәйеф, көс-дәрт өҫтәне.

Еще фотографии