Районные отделы (управления) образования
Контакты Отдел образования Администрации Демского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан Управление по гуманитарным вопросам и образованию Администрации Кировского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан Отдел образования Администрации Калининского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан Управление образования по гуманитарным и социальным вопросам Администрации Ленинского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан Отдел образования Администрации Октябрьского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан Управление по гуманитарным вопросам и образованию Администрации Орджоникидзевского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан Управление по гуманитарным вопросам и образованию Администрации Советского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан

Октябрь районында донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы

Кескәй балалар араһында әкиәт һөйләүселәр мәктәбен үҫтереү, донъя халыҡтары әкиәттәре өлгөләрен һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында район бәйгеһе йыл да ойошторола.

Өфө ҡалаһы Октябрь районының 308-се автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының тамаша залында балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр араһында донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” бәйгеһенең һайлап алыу туры уҙғарылды. Бәйгелә иллегә яҡын бала һәм фольклор коллективтары үҙ оҫталылыҡтарын һынап ҡаранылар. Балалар башҡорт, рус, украин, татар, эскимос, ҡырғыҙ халыҡтары әкиәттәрен сәхнәгә сығарҙылар. Әүҙем ҡатнашыусыларҙан 37-се, 61-се, 113-сө, 157-се, 299-сы, 308-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән балалар булды. Иң яҡшы әкиәт һөйләүсе тип 308-се Башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе 5 йәшлек Аллабирҙина Әмина һайланды. Халыҡ әкиәтен иң оҫта сәхнәләндереүсе фольклор төркөм дә ошо балалар баҡсаһынан булды. Спонсорҙар алған бүләктәр һәр ҡатнашыусы балаға таратылды.

Балаларҙа үҙ туған теленә, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәтенә һөйөү тәрбиәләгән, үҫтергән тәрбиәселәргә эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Еще фотографии