11 ғинуар бөтә Рәсәйҙә «Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар» көнө тип билдәләнә.
 
Башҡортостан тәбиғәте шул тиклем бай, үҙенсәлекле, үҙенә хас ландшафы менән башҡа төбәктәрҙән айырылып тора. Унда йәшәгән, һирәк осраған тереклек, ҡош, йәнлектәр, балыҡтар, үҫемлектәр, юғалып барған ағастар милли парктар ҡурсалауы аҫтына индерелгән.

Тәрбиәләнеүселәрҙә матурлыҡты күрә белеү, ҡәҙерләү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, Башҡортостандың милли парк-ҡурсаулыҡтары, тәбиғәте тураһында белем биреү, киңәйтеү, байытыу балалар баҡсаһы бурысы булып тора һәм тәрбиәүи-белем биреү эштәре алып барыла.
 
102-се балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре республикабыҙҙың мөғжизәле тәбиғәте, һирәк осрай торған йәнлектәре һәм үҫемлектәре, күл-тауҙары, мәмерйәләре, шарлауыҡтары менән таныштылар. Өлкәндәр төркөмөндә «Башҡортостандың ҡурсаулыҡтары» темаһына викторина үтте, балалар «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тураһында презентация ҡараны.