Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 
102-се башҡорт балалар баҡсаһында «Башҡорт халҡының музыка ҡоралдары» көнө үтте.

Башҡорт музыка фольклоры – халыҡтың рухи мәҙәниәтенең быуаттар аша телдән –телгә, быуындан-быуынға тапшырылып килеүсе ҙур өлөшө. Халыҡта көй, йыр менән берлектә музыка ҡоралдары ла барлыҡҡа килгән. Улар: ҡумыҙ, ҡурай, думбыра, сорнай һ.б.

102-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә башҡорт халҡының музыка ҡоралдары тураһындағы белемдәрен нығытты, башҡорт көйҙәренә бейенеләр, башҡортса йырҙар йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр, «Ҡурай» уйынын уйнанылар.

Балалар сарала күтәренке кәйеф менән ихлас ҡатнашты.

basgov1.jpg.png