102-се  башҡорт балалар  баҡсаһында «Икмәк ҡәҙере» исемле  тематик көн үтте

Аҡ ҡамырҙан әүәләйҙәр,

Бешерәләр мейестә.

 Донъяла иң тәмлеһе ул,

Уңһыҙ тормош юҡ һис тә.

Икмәк – иң оло, хөрмәтле, ҡәҙерле ризыҡтарыбыҙҙың береһе. Бөгөн уны ҡәҙерләүселәр күпме икән? 102-се  башҡорт  балалар  баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ошо һорауға яуап эҙләне. Улар икмәкте кемдәр үҫтереүе,  уның нисек бешерелеүе, ҡамыр аштары, икмәктең кеше тормошонда ҙур урынды алып тороуы тураһындағы  белемдәрен байыттылар, икмәккә бәйле мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙе иҫтәренә төшөрҙөләр, игенсе һөнәре тураһында  мәғлүмәт алдылар.