Баланы үҫтереүҙә һәм тәрбиәләүҙә милли халыҡ уйындары бик ҙур әһәмиәткә эйә. Милли халыҡ уйындары аша бала үҙенең уйлау һәләтен, аралашыу     мөмкинлеген камиллаштыра. Тәрбиәләнеүселәр күңелендә төрлө милләт халҡының телен, үткәнен, ғөрөф-ғәҙҙәттәрен, йолаларын ихтирам итеүҙе тәрбиәләү уйын аша еңел бирелә.

102-се башҡорт балалар баҡсаһында «Милли халыҡ уйындары» көнө үтте. Балаларҙы халыҡ уйындары аша физик яҡтан сыныҡтырыу, уларҙың сослоғон, тәүәкәллеген, һиҙгерлеген үҫтереү сараның төп маҡсаты булып торҙо.

Тәрбиәләнеүселәр «Тирмә», «Наза», «Йәшерәм яулыҡ», «Әбәк-көбәк» кеүек башҡорт халыҡ уйыны менән танышһа, урыҫ халҡының: « Алтын ҡапҡа», «Күҙ бәйләш», «Уттан һикереү», сыуаш халҡының «Торналар», «Аттар», «Һуҡыр тәкә» кеүек уйындары менән таныштылар һәм рәхәтләнеп уйнанылар.

 #беҙбергәӨфө     #Уфаединая2021