Был сара телгә, Республикабыҙҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, үҙенең тыуған иленә, уның ҡаҙаныштарына ғорурлыҡ, Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарға һөйөү тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде.

Балалар башҡорт телендә шиғырҙар, башҡорт халыҡ әкиәттәрен тыңланылар, йомаҡтар систеләр, тел төҙәйткестәр, мәҡәлдәр менән таныштылар, «Эт үҙенә нисек хужа тапҡан?» әкиәтен ҡаранылар. Тәрбиәселәр балалар менән «Башҡорт теле көн», «Тыуған ерем Башҡортостан» темаларына йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс әңгәмәләр ойошторҙо, балалар «Тирмә», «Наза», «Йәшерәм яулыҡ» башҡорт халыҡ уйындарын уйнанылар.