Ҡоштар – тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө. Улар беҙҙең тормошобоҙҙо йәмләп кенә ҡалмай, кешеләргә ҙур файҙа ла килтерә. Шуға күрә ҡоштарҙы һаҡларға, ауыр ваҡытта ярҙам итергә кәрәк. Ҡыш миҙгеле – бөтә ҡоштар өсөн дә ауыр осор. Билдәле булыуынса, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡышын һыуыҡтан түгел, ә аслыҡтан һәләк булалар.

102-се башҡорт балалар баҡсаһында «Ҡоштарға ярҙам» акцияһы йыл да иғлан ителә.

Быйылда тәрбиәселәр төркөмдәрҙә  «Ҡышлаусы ҡоштар», «Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар» темаларына әңгәмәләр үткәрҙе. Балалар Башҡортостанда ҡышлаусы ҡоштар менән танышыуҙы дауам иттеләр, ҡоштарҙың ниндәй файҙа килтереүҙәре, бер-береһенән нисек айырылыуы тураһында белемдәрен байыттылар, уларға ҡыш көнө ярҙам кәрәклеге хаҡында әйтеп үттеләр. Кесе йәштәге балалар ҡоштар һынын әүәләнеләр, йәбештерҙеләр һәм   һүрәттәр буянылар, ә өлкән төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр ярҙамында эшләнгән тағараҡтарға аҙыҡ һалып, ҡоштарҙы һыйланылар.

 Ҡоштарға ярҙам итеү балаларҙа тик яҡшы, изге тойғолар ғына уята. Тәбиғәткә, тыуған яҡҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән был сара балалар өсөн бик фәһемле булды.