122-се Башҡорт гимназияһында Башҡорт теле көнөнә арналған саралар гөрләп уҙа. 8 декабрҙә 5-се класс уҡыусылары өсөн Башҡорт теле көнөнә арналған асыҡ  дәрестәр    үтте.
Уҡыусылар башҡорт теле тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тыңланылар, туған телдә шиғырҙар уҡынылар, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, текстар тәржемә иттеләр. Дәрес бик мауыҡтырғыс, йәнле үтте.

9 декабрҙә уҙғарылған берҙәм класс сәғәттәре лә уҡыусыларға бик оҡшаны. Класс етәкселәре М. Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған “Һеңлекәш” фильмын күрһәтеүҙе ойошторҙолар, туған телебеҙ тураһында бай йөкмәткеле сығыштар әҙерләнеләр.

10 декабрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Роза Әхмәт ҡыҙы Дауытова тарафынан 10-сы һәм 11-се кластар өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат” поэмаһы буйынса “Туған телен һаҡлаған – илен һаҡлар” тигән темаға асыҡ дәрес уҙғарылды. Уҡыусылар дәрес барышында “Халҡыма хат” поэмаһы буйынса сығыш яһанылар, хәҙерге заман шарттарында туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу юлдары тураһында үҙ фекерҙәрен еткерҙеләр.

Еще фотографии