2021 йылдың 10 сентябрендә М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында оло байрам – Милли кейемдәр көнө гөрләп үтте. Милли кейемдәр көнөнә әҙерлек эштәре алдан уҡ башланды. Уҡыусылар плакаттар төшөрҙө, костюмдар әҙерләне. Дәрестәрҙә балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа матур, сағыу кейемдәрҙә булды. Милли костюмдарҙа үткәрелгән саралар балаларға рухи тәрбиә биреүҙә ҙур роль уйнаны. Асыҡ класс сәғәттәре, биҙәүестәр күргәҙмәһе, флешмоб бик күңелле үтте. Д.А. Асаинова ойошторған «Оҫталыҡ класы» ла уҡыусыларҙың күңелен яуланы, улар баш кейемдәрен, биҙәүестәрҙе кейеп ҡарап, ҡыҙыҡһынып, һорауҙар бирҙеләр. Был көндә бөтәһе лә күтәренке кәйеф менән милли кейемдәр донъяһына сәйәхәт итте.