Ата-әсәләргә ҡышҡы каникул дауамында балалар менән бергә Александр Галибин ҡуйған “Һеңлекәш” кинотаҫмаһын ҡарарға тәҡдим ителгәйне.

Ялдан сыҡҡас балалар үҙ тәьҫораттары менән бүлештеләр. Уларға был кино ныҡ оҡшағаны күҙҙәренән күренеп, һүҙҙәренән ишетелеп торҙо. Улар илһамланып кино өҙөктәрен, музыка етәкселәре Ҡотлоғилдина Гүзәл Йәүҙәт ҡыҙы һәм Лоҡманова Алина Юрис ҡыҙы ярҙамында, ихлас сәхнәләштерҙеләр.