Һәр милләттә балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын алып тора. Уйын - балалар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә. Күмәкләп уйнағанда балалар уртаҡ уй менән эш итергә өйрәнә, күңелдәрендә иптәшлек, дуҫлыҡ, нәфислек тойғолары тәрбиәләнә.

166 – сы башҡорт балалар баҡсаһында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Милли уйындар» сараһы үтте.

Сараның төп маҡсаты булып, бала күңелендә халыҡтар дуҫлығы төшөнсәһен нығытыу, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныусалыҡ тәрбиәләү, балаларҙы халыҡуйындары аша физик яҡтан сыныҡтырыу, уларҙың үҙ ара аралашыусанлығын, тәүәкәллеген, һиҙгерлеген үҫтереү торҙо.

Тәрбиәләнеүселәр башҡорт халҡының  «Ҡурай», «Һуҡыр тәкә»,«Таяҡ тартыш», «Алырмын ҡош, бирмәм ҡош», урыҫ халҡының «Ҡулъяулыҡ», татар халҡының «Түбәтәй» уйынындарында ҡатнаштылар.