Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 

Һуҡмаҡтарҙа-һары япраҡ,
Көҙ айы килеп еткән.
Күҙҙе асып йомған ара
Тирә-яҡты ғына түгел,
Донъяны алтын иткән.

Бөгөн 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы ла төрлө төҫтәргә буялды, әйтерһең дә, әкиәт иленә әйләнде. Бөтә төркөмдәрҙә лә «Әсәйҙәргә көҙгө гөлләмә» исемле тематик көн уҙғарылды. Балалар ҡәҙерле әсәйҙәренә һәр төрлө тәбиғи материалдарҙан гөлләмәләр эшләне. Тәрбиәсе апайҙар сәскәләрҙән генә түгел, ә япраҡтарҙан, емеш-еләктәрҙән, йәшелсәләрҙән, кәнфит-шоколадтарҙан, ҡағыҙҙан, хатта аҙыҡ-түлектән һәм канцеляр тауарҙарҙан да гөлләмәләр эшләп булыуы тураһында бик күп мәғлүмәт бирҙеләр һәм мастер-класс үткәрҙеләр.

Балаларға был үҙенсәлекле көн бик ныҡ оҡшаны, гөлләмәләр менән иҫтәлеккә фотоға төштөләр.

 

Еще фотографии

basgov1.jpg.png