Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 

Был аҙналыҡтың маҡсаты: балаларға Башҡортостан Республикаһының дәүләт билдәләре (гимн, герб, флаг), тыуған илебеҙ һәм еребеҙ тураһында белем биреү, балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, телмәрен үҫтереүҙе дауам итеү, башҡорт халыҡ ижадына, йолаларына, байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, тыуған илебеҙгә һөйөү тәрбиәләү. 

Аҙналыҡ Республика көнөнә арналған «Башкортостан – тыуған ерем» исемле байрам менән башланып китте. Байрам күңелле йыр-бейеүҙәргә, Башҡортостанға арналған шиғырҙарға, уйындарға бай булды.

Артабан, аҙна дауамында, өлкәндәр төркөмө башҡорт халҡының йәшәйеше, аш-һыу тураһында белемдәрен киңәйттеләр, ә уртансылар төркөмөндә «Өләсәйем һандығы » исемле белем биреү эшмәкәрлеге үтте. Икенсе кескәйҙәр төркөмө лә ситтә ҡалманы, лего конструкторҙары менән бейек-бейек йорттар төҙөп уйнанылар. Музыка дәресендә «Мин башҡорт балаһы», «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырҙарын үҙләштерҙеләр, «Башҡорт полькаһы», «Ҡулъяулыҡ » бейеүен өйрәнделәр, милли музыка ҡоралдары менән таныштылар.


basgov1.jpg.png