19 сентябрҙә 102 –се һанлы башҡорт балалар баҡсаһында ут хәүефһеҙлегенә арналған сара уҙғарылды. Был сарала балалар менән әңгәмә үткәрелде, тематик-сюжетлы уйындар уйнатылды. Утҡа ҡаршы көрәш, унан һаҡланыу тураһында видеояҙма, йәнһүрәттәр ҡаралды.

Сараның төп маҡсаты - балаларға уттың ҡурҡыныс булыуын, уның ҙур ҡаза килтереүен аңлатыу, унан һаҡланыу сараларын өйрәтеү булды. Балалар уйын формаһында янғындың нисек килеп сығыу сәбәптәре менән танышып, ут менән һаҡ булыу кәрәклеген, янғын ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үҙләштерҙе һәм нығытты.

Сара бик ҡыҙыҡлы, файҙалы һәм фәһемле булды.