Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Кейем үҙенең төп тәғәйенләнешенән тыш үҙ-ара аралашыуҙы еңелләштергә тейеш булған.

Милли кейемдәр көнөнә арналған флешмобта 221-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәре менән тәрбиәләнеүселәре әүҙем ҡатнашты. Байрамдың маҡсаты булып төрлө милләт халҡының костюмдары менән таныштырыу; хөрмәт тәрбиәләү, уларҙы өйрәнеү теләге тыуҙырыу торҙо.

Балалар башҡорт, урыҫ, татар, үзбәк һәм башҡа милләт кейемдәрен кейеп, дуҫтары алдында сығыш яһаны. Тәрбиәселәр балаларға костюмдар тураһында ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр еткерҙе.

Еще фотографии

basgov1.jpg.png