Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 

Һөнәр һайлау – кеше тормошондағы иң ауыр һәм яуаплы алымдарҙан. Дөрөҫ һайланған һөнәр – тормошта үҙ урыныңды табыу, тигән һүҙ. Балаларҙы өлкәндәрҙең һөнәре менән таныштырыу, йәмғиәткә яраҡлаштырыу педагогтарҙың төп маҡсаты булып тора. Сөнки, балаларға һөнәрҙәр тураһындағы төшөнсә - өлкәндәр донъяһына үтеп инергә, аңларға һәм ҡабул итергә ярҙам итә. Ошо маҡсаттан, 221 – се башҡорт балалар баҡсаһының кескәйҙәр төркөмөндә «Һөнәрҙәр илендә» тематик көнө үтте.

Ижади һәм дидактик уйындар, М.Дилмөхәмәтовтың «Кем булырға?», Ф.Туғыҙбаеваның «Рәссам» әҫәрҙәре аша балалар төрлө һөнәрҙәр менән танышты. Театр уйындарын балалар ҡыуаныс менән көтөп алалар, сөнки үҙҙәре актер, тамашасы һ.б. ролен башҡаралар.

Кескәйҙәр төрлө һөнәр эйәләренең кейемдәрен кейеп, һөнәрҙәрҙе сәхнәләштерҙеләр. Уйнағанда теге йәки был һөнәргә был

кейемдәрҙең нимә өсөн кәрәк булыуын тикшерҙеләр һәм үҙҙәренә һығымта эшләнеләр.


basgov1.jpg.png