Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 

Эсер һыу, һулар һауаңды

Уйла, хәстәрлә, кеше.

Һыуың, һауаңды хәстәрләү,

Ҡурсалау һинең эшең.

221-се Башҡорт балалар баҡсаһында бөгөнгө “Тәбиғәтте һаҡла!” экологик акцияһы Динә Талхинаның ошо шиғыр юлдары менән башланып китте. Акцияның маҡсаты: тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, үҫемлектәрҙе, йәнлектәрҙе ҡурсалау, һаҡлау, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу торҙо. Балалар сара барышында үҙ белемдәренә таянып, кроссвордтар, башватҡыстар, йомаҡтар систеләр; шиғырҙарҙы тасуири һөйләнеләр; һуңынан ташландыҡ сүптәрҙе айырырға өйрәнделәр (тимер, ҡағыҙ, быяла, пластик). Киләсәктә лә улар тәбиғәтте һаҡларға, ҡурсаларға һүҙ бирҙеләр. Балалар баҡсаһы үҙ тәрбиәһендә булған балалар менән тәбиғәтте һаҡлау буйынса эшен дауам итәсәк.

Еще фотографии

basgov1.jpg.png