28 октябрь - Бөтә донъя олатайҙар һәм өләсәйҙәр көнө!

Өләсәй менән олатай ғаиләнең ихтирамлы ағзалары булып тора. Күп ғаиләләрҙә балаларҙы тәрбиәләү тап уларға йөкмәтелә. Улар кеүек оло йөрәкле кешеләр юҡтыр донъяла. Йылы ҡосағында һәр саҡ һаҡлау, яҡлау тапҡан, иң тәмле бәлеш менән һыйлаған, йомшаҡ бейәләй, ойоҡбаштарынан өҙмәгән, яғымлы ҡарашлы өләсәйҙәр һәм һәр саҡ һине тура юлға баҫтырыр, аҡыллы ла фәһемле лә шелтәләп алған, көслө ҡулдарында күккә сөйөп яратҡан олатайҙарын ҡотлап, 221-се башҡорт балалар баҡсаһының икенсе кескәйҙәре төркөмөндә матур сара үтте.

Был матур көндә кескәйҙәр шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, өләсәй һәм олатайҙарына иң изге теләктәр теләп, үҙ ҡулдары менән бүләктәр эшләнеләр.