Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы башҡорт халҡының мәҙәниәте, уның ғөрөф-ғәҙәттәре, уйындары, көнкүреше, кейемдәре менән таныштырыу тәрбиәсенең мөһим бурысы булып тора. Балаларҙа ижади ынтылыш, халыҡ ауыҙ - тел ижады үрнәктәрен, йолаларҙы өйрәнеп, уларға ҡарата милли ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләү маҡсатында төркөмдәрҙә «Минең милли кейемем», «Башҡорт халыҡ йырҙары», «Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары» темаларына әңгәмәләр үтте. Балалар милли уйындар уйнанылар, әкиәттәр тыңланылар, йомаҡтар систеләр, башҡорт халҡының мәҙәниәтен сағылдырылған һүрәттәр ҡаранылар. Кескәйҙәргә белем һәм тәрбиә биреү эшмәкәрлегендә фольклор мөмкинлектәренән файҙаланыу - тыуған

нигеҙгә, төбәккә, халыҡҡа, уның ғөрөф – ғәҙәттәренә, йолаларына ихтирам

тәрбиәләй. Ошо маҡсаттан өлкәндәр төркөмөндә «Өләсәйем һандығы» темаһына үткән асыҡ дәрес бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы булды.