«Светофор иленә сәйәхәт» тематик көнө балаларҙың юл йөрөү ҡағиҙәләре, юл хәрәкәте тамғалары тураһында белемдәрен нығытыу, иғтибарлылыҡ, уйлау, күҙаллау һәләттәрен үҫтереү, ярҙамсыллыҡ сифатарын тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде.

Балалар юл билгеләре, светофор төҫтәре тураһындағы белемдәрен байыттылар, еңел һәм йөк машиналарын сағыштырҙылар, транспорт төрҙәрҙе, пассажирҙар өсөн ҡағиҙәләрҙе нығыттылар, «Юлдағы билдәләр», «Юл сатында», «Юл аша сығырға ярҙам ит» дидактик уйындарын һәм «Автобуста», «Мин- шофер», «Турғайҙар һәм автомобиль» хәрәкәтле уйындарын ихлас уйнанылар.

Кескәйҙәр ҡағиҙәләрҙе бер ҡасан да онотмаҫ, юлда һәр ваҡыт иғтибарлы, һаҡ булырҙар, тип ышанғы килә.