При использовании данного сайта, вы подтверждаете свое согласие на использование файлов cookie

Балаларҙы юл йөрөү ҡағиҙәләренә өйрәтеү заманыбыҙҙың иң актуаль мәсьәләләренең береһе. Был йүнәлештә 308 – се балалар баҡсаһында даими рәүештә эш алып барыла. Кескәйҙәргә юл йөрөү ҡағиҙәләре менән таныштырыу, транспортта үҙеңде дөрөҫ тоторға, светофор төҫтәрен айырырға өйрәтеү маҡсатында уртансылар төркөмөндә «Светофор», өлкәндәр төркөмөндә «Юл йөрөү ҡағиҙәләре - тормош именлеге», мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә «Юлдарҙа һаҡ булайыҡ» темаһына төрлө саралар үтте. Шулай уҡ балалар урамдағы тамғалар мҽнән таныштылар. Был эшмәкәрлҽктәрҙҽң барыһы ла юл йөрөү ҡағиҙәләрҽн иҫтә ҡалдырыу өсөн ҙур этәргҽс булып торҙо.