Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә «Бала һәм хәүефһеҙлек ултырғысы» исемле сара ойошторолдо. Айыуҡай һәм уның ғаиләһе махсус хәүефһеҙлек ултырғыстары менән таныштырырға килде. Улар кескәйҙәргә хәүефһеҙлек ултырғыстарын дөрөҫ ҡулланырға, ҡайыштарын нисек элергә икәнен үҙҙәренең миҫалында күрһәтте. Шулай уҡ, машина хәрәкәте ваҡытында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен, рөхсәтһеҙ ишектәрҙе асмаҫҡа һәм шоферға ҡамасауламаҫҡа кәрәклеген дә ҡабатлап үттеләр. Кескәйҙәргә махсус хәүефһеҙлек ултырғыстарының файҙаһын һәм мөһимлеген йәнә берҙе иҫбатланылар. Уйын аша ойошторолған сара машинала тәртип ҡағиҙәләрен нығытыуға ҙур өлөш индерҙе.