Маҡсаты: балаларға Иҫке яңы йыл байрамы тураһында мәғлүмәт биреү.

Был байрамда балалар Ҡыш бабай менән Ҡар бабайҙы тағы ла күреүҙәренә бик шатландылар. Бергәләшеп «Тылсымлы таяҡ менән сәпкә тигеҙеү», «Атлы сабыш», «Яңы йыл уйынсығын һайлап ал», «Ҡыш бабай менән баҫтырыш» эстафета уйындарын уйнанылар. Ҡар бабай балаларға был байрамдың тарихын һәм әһәмиәтен аңларға ярҙам итте. Уйын аҙағында Ҡыш бабайҙың татлы бүләктәре бәләкәстәрҙе бик ҡыуандырҙы.