Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 

Хәҙерге заманда финанс яҡтан грамоталы булыу бик мөһим. Ошо маҡсаттан мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә «Банк» сюжетлы-ролле уйыны ойошторолдо. Кескәйҙәр үҙҙәренә оҡшаған банк хеҙмәткәрҙәре һөнәрҙәрен һайлап уйынды башланылар. Кассир һәм консультант роленә инеп клиенттар менән эшләү серҙәренә төшөндөләр. Уйын барышында «аҡса», «тәңкә», «банк», «пластик карта», «сейф» кеүек төшөнсәләр менән дә таныштылар. Шулай уҡ, аҡсаларҙың төрлөлөгө тураһында ла белемдәрен нығыттылар. «Банк» уйыны кескәйҙәрҙә аҡса тураһында тәүге белемде формалаштырҙы,төрлө һөнәр кешеләренә ҡарата ихтирам тәрбиәләне. Бөгөнгө уйындан тәрбиәләнеүселәр ҡәнәғәт ҡалды һәм үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәтте нығыттылар.


basgov1.jpg.png