Балаларҙың иң көтөп алған күңелле, шатлыҡлы миҙгелдәренең береһе - йәмле йәйҙең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Бөгөн 308-се башҡорт балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмөндә «Йәй менән хушлашыу» тематик көнө үтте.

Сара йәй һәм көҙ миҙгелдәре тураһында йомаҡ сисеүҙән, сюжетлы һүрәттәр ҡарауҙан башланып китте. Артабан кескәйҙәр үҙҙәренең йәйге ялдары тураһындағы хәтирәләр менән уртаҡлашты. Шулай уҡ бөгөнгө тематик көн йәйгә бағышланған уйын эшмәкәрлегенә бай булды. Кескәйҙәр уйын-эстафеталарҙа әүҙем ҡатнашып, үҙҙәренең көстәрен етеҙлектә, тиҙлектә, тапҡырлыҡта һынаны. Һау бул, йәмле йәй! Һаумы, алтын көҙ!