Яңы йыл алдынан мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә «Яңы йылға этно –уйынсыҡ» ижади акцияһы үтте. Акцияның маҡсаты: ата-әсәләр менән эште әүҙемләштереү, ижади яҡтан үҫтереү һәм яңы йыл кәйефен булдырыу. Акция сиктәрендә балалар ата-әсәләре менән берлектә этно - уйынсыҡ эшләнеләр. Тәрбиәләнеүселәр үҙҙәренең эш һөҙөмтәләре менән төркөмдә күргәҙмә эшләп, шыршыҡайҙы матур итеп биҙәп ҡуйҙылар. Кескәйҙәргә иптәштәренең ҡул эштәрен күреү бик ҡыуаныслы булды. Этно - уйынсыҡтар төрлөлөгө һәм сағыулығы менән күҙҙең яуын алып торҙо. Барлыҡ ҡатнашыусылыр әүҙемлек һәм ижади оҫталыҡ күрһәтте.