Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 

Юл хәүефһеҙлеге айлығы «Юлдарҙа хәүефһеҙлек. Көҙ 2.0» барышында 40-сы һанлы башҡорт балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмөндә бик матур сара үтте. Сара юл-транспорт травматизмын һәм осраҡтарын кәметеү, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ҡабатлау һәм боҙмауҙы иҫкәртеү маҡсатында үткәрелде.

Балалар юл ҡағиҙәһен боҙған ҡурсаҡ Айгөлгә светофор төҫтәренең тәғәйенләнешен, юл билдәләрен, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәттеләр. Сара барышында тәрбиәсе Рәхимова Лилиә Рәүил ҡыҙы балалар менән «Юлдарҙағы хәүефһеҙлек», «Өс күҙле дуҫым – светофор» темаларына әңгәмәләште, ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙе. Ҡыҙҙар менән малайҙар үҙҙәре өсөн бик күп мәғлүмәт алып, яҡшы кәйеф менән таралыштылар.

Еще фотографии

basgov1.jpg.png