Туған телгә, йолаларыбыҙға, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, тыуған илгә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙә милли уйындарҙың әһәмиәте бик ҙур. Уйындар балаға логик фекерләргә, тирә-йүнде танып белергә, физик яҡтан таһыллы булып үҫергә булышлыҡ итә.

40-сы башҡорт балалар баҡсаһының «Йәйғор» төркөмөндә балалар уйындарына арналған тематик көн үтте. Тематик көндөң төп маҡсаты: балалар уйындарының әһәмиәтен төшөндөрөү, балаларға башҡорт халҡының мәҙәниәтен, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен өйрәтеү.

Кескәйҙәр «Йәшерәм яулыҡ» уйынын уйнанылар. Йырлы - бейеүле был уйын сослоҡ, актив хәрәкәт, етеҙлек тәрбиәләй. Балалар күҙҙәрендә – осҡон, нур, йөҙҙәренән шатлыҡ, йылмайыу китмәне.