«Башҡорт теленә сәйәхәт» тематик көнө башҡорт йырҙарына арналды.

Башҡорт халҡы шатлыҡта ла, ҡайғы килгәндә лә, бәхетен һәм бәхетһеҙлеген дә моңға һалған һәм ул йырҙар быуындан быуынға күсеп, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Шуға ла башҡорт халҡының йыр-моң мираҫы бик бай.

Тәрбиәселәр балаларҙа күтәренке байрам кәйефе булдырырға, халыҡ йырҙарына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләргә тырыштылар, халыҡ йырының тарихы менән таныштырҙылар, ижади һәләттәрен күрһәттеләр. Башҡорт теле көнөнә арналған сара «Мин башҡорт телендә һөйләшәм» йыры менән тамамланды.