Әсә көнө – күңел йылылығы, ихласлыҡ менән тулы үҙенсәлекле байрам, шуға ла донъяла бөтә балалар ҙа иң ҡәҙерле кешеләрен ҡотлай. «Себештәр» төркөмө кескәйҙәре лә изге теләктәрен, иң ҡәҙерле кешеләренә, үҙҙәренең моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, шиғырҙары аша еткерҙе.

Сараның төп маҡсаты: мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәрҙә әсәләргә хөрмәт уятыу менән бергә ижади һәләттәрен үҫтереү, әсәйҙәренә ҡотлау һүҙҙәрен еткереү.