Быйылғы ҡыш аҡ ҡарҙары һәм йылы һауа торошо менән ҡыуандыра. Бындай ҡыш саңғыла йөрөү өсөн бик тә шәп. Өлкән һәм әҙерлек төркөмдәрендә саңғы менән физкультура дәрестәре тышта, саф һауала үтә.

Балалар баҡсаһының «Татыу ғаилә» төркөмө тәрбиәләнеүселәре ҡышҡы уйын төрөн үҙләштереү өсөн сәйәхәткә сыҡты. Санғыны кейеү, йүгереү ҡыйынлыҡтар тыуҙырһа ла, уларҙың алһыу бите, дәртле йылмайыуҙары был спорт төрөнөң балаларға оҡшауы тураһында һөйләй. Санғыла йөрөү, күңелле генә түгел, дөйөм организм өсөн файҙалы ла: тын алыу юлдары иркенәйә, хәрәкәт итеү, тигеҙлек һаҡлау алымдары үҫешә, иммунитет барлыҡҡа килә, тағы ла санғы спорты «шатлыҡ гармондары» бүленеп сығыуға булышлыҡ итә.