Темаға ярашлы балалар баҡсаһында төрлө эшмәкәрлек төрҙәре башҡарыла: сюжетлы – ролле, дидактик, хәрәкәтле уйындар, рәсем төшөрөү, әүәләү, башҡорт телендә йырҙар һәм шиғырҙар өйрәнеү,сәхнәләштереү һ.б. Был алымдар тәрбиәләнеүселәрҙе ҡыҙыҡһындыра, уларҙың белемдәрен нығыта һәм яңыларын белергә ярҙам итә. Бигерәк тә кескәйҙәргә сюжетлы уйындарҙы һәм әкиәттәрҙе сәхнәләштереү оҡшай. Бөгөн уртансылар төркөм балалары тәрбиәсе Искәндәрова Л.Р. менән «Минең ғаиләм», «Тирмә» исемле сюжетлы уйындар уйнап белемдәрен нығыттылар.