40-сы башҡорт балалар баҡсаһының «Тамсылар» төркөмөндә  «Халыҡ  уйындары» тематик көнө үтте

Балаларҙы халыҡ уйындары аша физик яҡтан сыныҡтырыу, уларҙың сослоғон, тәүәкәллеген, һиҙгерлеген үҫтереү сараның төп маҡсаты булып торҙо.

Тыуған телгә, йолаларыбыҙға, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, тыуған илгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙә халыҡ уйындарының әһәмиәте бик ҙур. Уйындар - милли рух тәрбиәләү сығанағы.

«Тамсылар» төркөмө кескәйҙәре «Йәшерәм яулыҡ», «Ат сабышы» халыҡ уйындарын ихлас уйнанылар. Йырлы - бейеүле был уйындар балаларҙа сослоҡто, хәрәкәтте, етеҙлекте һәм дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәәрбиәләргә булышлыҡ итә.