75 - се башҡорт балалар баҡсаһында балаларҙың хәүефһеҙлеген булдырмау буйынса әүҙем эш алып барыла

Бала ғүмере хәүефһеҙлеге һәм уның сәләмәтлеген һаҡлау - балалар баҡсаһында иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Өҫтәүенә, уны хәүефтәрҙән һаҡлауҙан тыш, балала хәүефле хәл-шарттар тураһында дөрөҫ күҙаллау булдырыу, үҙен дөрөҫ тота белергә өйрәтеү мөһим.

75 – се башҡорт балалар баҡсаһында йыл да ата-әсәләр һәм тәрбиәләнеүселәр менән хәүефһеҙлек буйынса эш үткәрелә. Балалар менән хәүефһеҙлеккә ҡағылышлы төрлө әңгәмәләр үтә, шиғырҙар, хикәйәләр менән танышалар, дидактик, хәрәкәтле, сюжетлы-ролле уйындар уйнайҙар. Шулай уҡ күңел асыу сараларында һәм экскурсияларҙа әүҙем ҡатнашалар. Өлкән төркөм балалары эвакуация юлдарын өйрәнә. Балаларға хәүеф янаған осраҡтарҙа битараф булмайыҡ. Бәхетһеҙлеккә осрағанға ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтеү - һәр кемдең намыҫ эше.