Балалар баҡсаһының «Бәпембә» төркөмөндә «Быйма байрамы» исемле сара үтте. Кескәйҙәр быйманың килеп сығыу тарихын тыңланылар, Ҡар бабай менән бергә «Ат сабышы», «Кем етеҙерәк», «Арҡан тартышыу» уйындарын, быйма кейеп хоккей уйнанылар. 40 йыл тарихы булған «Быйма ташлау» ярышы үҙе бер сағыу тамаша булды. Байрам бик күңелле үтте, иң мәргәндәр һәм етеҙҙәр билдәләнде. Был сара Ҡар бабай бүләген алыу менән тамамланды.