Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 

23 ғинуар көнө 95-се балалар баҡсаһында милли төркөмдәрҙә эшләүсе тәрбиәселәр өсөн “Федераль дәүләт мәктәпкәсә белем биреү стандарттары шарттарында балаларҙың һәләтен асыу һәм үҫтереү” исемле бик матур семинар үтте. Педагогик тәжрибәне һәм инициативаларҙы арттырыу маҡсатында үткәрелгән сарала Өфө ҡалаһы балалар баҡсаларының милли төркөмдәрендә эшләүсе тәрбиәселәр һәм милли балалар баҡсалары етәкселәре ҡатнашты. 

Район мәғариф бүлеге начальнигы Усманов Ирек Рәшит улы семинарҙы асып, ҡатнашыусыларға кәйеф күтәренкелеге, рух ныҡлығы теләне. 95-се балалар баҡсаһы мөдире Деньгуб Екатерина Геннадий ҡыҙы сәләмләү һүҙендә балалар баҡсаһында башҡарылған эштәр, өлгәшелгән уңыштар хаҡында һөйләне, эш тәжрибәһе менән бүлеште.

Артабанғы сығыштарҙа балаларҙың һәләтен асыу, улар менән эшләү методикаһы төрлө яҡлап яҡтыртылды. Театр сәнғәте, фольклор аша балалар һәләтен үҫтереү, һәләтле балаларҙың ата-әсәләре менән эшләү хаҡында бик ҡыҙыҡлы сығыштар яһалды. Бигерәк тә 167-се балалар баҡсаһы педагог-психологы Сәйфутдинова Юлиә Валерий ҡыҙының оҫталыҡ класы, фәнни-мәғлүмәти методик үҙәктең методисы, педагогия фәндәре кандидаты Мәүлийәрова Әлфиә Тимербаевнаның интеллектуаль-ижади әңгәмәһе тәрбиәселәр күңеленә хуш килде. 

Семинар үткәреү өсөн 95-cе балалар баҡсаһы һайланыуы ла осраҡлы түгел. Бында ике төркөмдә уҡытыу һәм тәрбиә эштәре башҡорт һәм татар телендә ойошторолған. Төркөмдә һәләтле балалар тәрбиәләнә. Инде бер нисә йыл рәттән улар район ғына түгел, ҡала кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай килә. Был юлы кескәйҙәр семинарҙа ҡатнашыусыларға “Аулаҡ” исемле күңелле тамаша бүләк итте. Туған телдәрҙә моңло итеп йырлаған, шиғырҙар һөйләгән, оҫта итеп бейегән балаларға ҡарап, сикһеҙ һоҡландыҡ, телебеҙ киләсәге өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Был, әлбиттә, иң беренсе ошо төркөмдәрҙә эшләүсе Ҡужина Айгөл Рәүеф ҡыҙы, Ғәлимуллина Гүзәлиә Лоҡман ҡыҙы, Бәҙретдинова Ләйсән Риф ҡыҙының тырыш эш һөҙөмтәләре. 

Сараны йомғаҡлап, фәнни-мәғлүмәти методик үҙәктең методисы Миңлеәхмәтова Гөлфирә Рәис ҡыҙы үтеп киткән конкурстарға йомғаҡ яһап, Өфө ҡалаһы ҡала округы мәғариф идаралығының маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Ҡатнашыусылар семинарҙан бик яҡшы кәйефтә, ҡәнәғәт булып таралышты.

Состоялся городской семинар для воспитателей национальных групп

23 января 2019 года на базе МАДОУ Детский сад №95 состоялся городской семинар для воспитателей национальных групп дошкольных образовательных учреждений по теме «Раскрытие одаренности и развитие способностей дошкольников в соответствии с ФГОС ДО».

Цель данного мероприятия: активизация знаний педагогов ДОУ по развитию одаренности у детей дошкольного возраста; стимулирование участников к поиску способов развития способностей дошкольников; разработка рекомендаций для воспитания и развития одаренных детей.

В семинаре приняли участие начальник отдела образования Администрации Демского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан Усманов Ирек Рашитович, заведующие национальных дошкольных образовательных учреждений, воспитатели национальных групп ДОУ города.

Педагоги и методисты обменялись опытом по вопросам системы работы с одаренными детьми, раскрытия и развития одаренности ребёнка дошкольного возраста. Особенно слушателям запомнились мастер-класс Сайфутдиновой Юлии Влерьевны, педагога-психолога МАДОУ Детский сад №95, и творческая-интеллектуальная беседа Мавлияровой Альфии Тимербаевны, кандидата педагогических наук, методиста МБОУ ДО «НИМЦ».

База для проведения городского семинара МАДОУ Детский сад № 95 выбрана неслучайно. В этом дошкольном учреждение функционируют 2 группы с обучением на родных языках. Воспитанники этих групп ежегодно принимают активное участие и занимают призовые места не только в районных, но и в городских конкурсах. Для участников семинара было представлено внеклассное мероприятие «Аулаҡ» в виде театрализованного концерта с играми, песнями и танцами.

Семинар прошел на высоком уровне, имел практическую значимость для воспитателей национальных групп. Коллективом сделан вывод об актуальности подобного обмена опытом.

 


basgov1.jpg.png