Хәҙерге заман балалары бөтә яңы технологиялар өсөн асыҡ булған, төрлө мәҙәниәтле, традицияларға бай йәмғиәттә йәшәйҙәр. Балаға сабый сағынан уҡ һәр кешегә ҡарата кешелеклелек, шәфҡәтлелек, хөрмәтле ҡараш тәрбиәләү кәрәк. Ә үҫә барған һайын киң күңеллелек, ихтирам тойғоларын үҫтереү, нығытыу беҙҙең мөһим бурысыбыҙ.

51-се башҡорт балалар баҡсаһында Халыҡ – ара толерантлыҡ көнө бик ойошҡан рәүештә билдәләнде. Һәр төркөмдә ҡыҙыҡлы дәрестәр, уйындар, әңгәмәләр үтте, балалар фәһемле әҫәрҙәр менән таныштылар, шулай уҡ оло быуын вәкилдәренә һәм ғәрип балаларға, ололарға ҡарата бик иғтибарлы, ярҙамсыл булыуҙың нисек мөһим булыуы тураһында фекер алыштылар.