Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 

308-се башҡорт балалар баҡсаһының дежур төркөмөндә «Аҡ бәшмәк көнө» үтте. «Ҡыңғырауҙар» төркөмөнә Терпебикә ҡунаҡҡа килде. Терпебикә аҡ бәшмәктәр тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һөйләне. Аҡ бәшмәк - бәшмәктәрҙең батшаһы, ул ҡарағайлы, ҡайынлы урманда үҫә, ҡояш, ямғыр ярата, витаминдарға бик бай, сәс һәм тырнаҡтар өсөн бик файҙалы икәнен һөйләп үтте. Шулай уҡ, ағыулы бәшмәктәрҙән һаҡ булырға, уларға теймәҫкә кәрәклеген иҫкәртте. Дәрес аҙағында балалар Терпебикәгә күстәнәскә аҡ бәшмәктәр әүәләнеләр.


basgov1.jpg.png