При использовании данного сайта, вы подтверждаете свое согласие на использование файлов cookie

Июлдә Башҡортостанда үтәсәк донъяуи сараға - бөтә донъя Фольклориадаһына – «Ағиҙел» берекмәһе хеҙмәткәрҙәре башҡорт матрешкалары етештерәсәк.
Сувенирҙарҙың үҙенсәлеге – матрешкалар күбеһе башҡорт милли кейемендә. Башҡорт милли кейеменең өлгөһө итеп Дим башҡорттарының стиль үҙенсәлеген һайлағандар. Был төр кейемде тәңкәләр күплегенән, еләндән танып була. Ҡашмауға Урал тауҙарының символикаһы итеп бисерҙан өсмөйөш йәки ромбтар сигелә. Шулай уҡ эпос геройҙарын – батырҙарҙы һынландырған матрешкалар ҙа буласаҡ.
Башҡорт кейемендәге матрешкаларҙы етештереү уйының килеп сығышы осраҡлы түгел. Матрешка – Рәсәйҙе һынландырған иң киң таралған сувенир. Был ағас ҡурсаҡтар халыҡтарҙың эске донъяһын сағылдыра, мәғрифәтселек һәм мәҙәни мәғәнә йөрөтә.