Башҡорт балалар баҡсаһында «Башҡорт теленә рәхмәтлемен, шөкөр...» исемле девиз аҫтында саралар үтте

 102- се һәм 51- се башҡорт балалар баҡсаһында «Өләсәйем һандығы» тип аталған тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, фәһемле белем биреү эшмәкәрлеге үтте. Өләсәй һандығын асыу менән тылсымлы бер әкиәт донъяһына юлыҡҡандай булаһың! Һандыҡта нимәләр генә юҡ? Таҫмалы боронғо күлдәктәр, нағышлы, көмөш тәңкәле-мунсаҡлы, ҡортбашлы камзул, беләҙектәр, биҙәүестәр, сигелгән таҫтамал, түбәтәйҙәр, янсыҡтар, еҫле һабын, француз яулыҡ, селтәр, тағы әллә күпме байлыҡ...

Һандыҡтағы әйберҙәр быуындан- быуынға тапшырылып, һаҡланып килә һәм улар аша балалар башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән таныша.

Кескәйҙәр өй ҡаралтылары, милли кейемдәре менән таныштылар, «Үгеҙ йөҙөк», «Наза» уйындарын уйнанылар.