Сәләмләү – ул иҫәнләшеү генә түгел, шул уҡ ваҡытта алдыңда торған кешенең хәлен, һаулығын һорашыу, кәйефен дә белеү. Һәр көн сәләмләүҙән башлана. Олоһо ла, кесеһе лә һәр ваҡыт бер-береһен тәбрикләй: “Сәләм!”, “ Һаумыһығыҙ!”, “Хәйерле көн!”, “Хәйерле иртә”, “Хәйерле кис!”, “Әсәләмәғәләйкүм!” һ.б.

Һәр халыҡта, һәр телдә төрлөсә яңғырай ул: “Hello!”, “Hi!”, “Guten Tag!”, “Salom!”...

   102-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре төрлө телдә сәләмләшеү алымдарын өйрәнделәр, ҡыҙыҡлы әңгәмәләрҙә ҡатнаштылар. 40 – сы башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәселәр балаларға был байрамдың барлыҡҡа килеү тарихын һөйләнеләр,осрашҡанда ниндәй ым-ишара, ҡул хәрәкәттәре яһарға мөмкинлеген аңлаттылар. Халыҡ - ара сәләмләү көнөнә арнап тәрбиәләнеүселәр «Дуҫлыҡ ағасы» коллектив эште башҡарҙылар.