Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 

Сабыйҙарҙы милли рухта тәрбиәләүгә нигеҙ ғаиләлә һалына тиһәләр ҙә, балалар баҡсаһының да роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Балаларҙа тыуған илебеҙгә һәм туған телебеҙгә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү, республика тураһында төшөнсә биреү, тыуған ил тураһында белемдәрҙе арттырыу, милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, балалар баҡсаһының төп бурысы булып тора. 75- се башҡорт балалар баҡсаһының уртансы төркөм тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында «Тыуған илем - Башҡортостан» тип аталған матур байрам сараһы үтте. 

Балалар Башҡортостан республикаһы тураһындағы белемдәрен байыттылар, ҡурай моңон тыңланылар, Башҡортостан тураһында йыр йырланылар, төрлө башҡорт халыҡ уйындарын уйнанылар. 221 - се башҡорт балалар баҡсаһында Республика көнөнә арналған байрамда балалар Башҡортостандың ете мөғжизәһе менән таныштылар, башҡорт халыҡ уйындары уйнанылар. 40 – сы башҡорт балалар баҡсаһында ла «Башҡортостан тыуған төйәгем» музыкаль сара үтте. Байрамда балалар Башҡортостан гимны тураһында белемдәрен тәрәнәйттеләр, тылсымлы ҡурай моңон тыңланылар, «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын йырланылар, «Республика флагы» бейеүен башҡарҙылар.166 – сы башҡорт балалар баҡсаһында, «Башкортостан – тыуған ерем» исемле байрам Башкортостан гимны менән башланып китте. 

Тәрбиәләнеүселәр Республикаға арнап шиғырҙар ятланылар, «Ҡурай» уйыны уйнанылар, тәрбиәсе Юлиә Рафиҡ ҡыҙы думбыра ла уйнаһа, ә балалар уға ҡушылып күңелле таҡмаҡтар йырланылар, ҡыҙҙарҙың дәртле бейеүе лә балалар күңеленә хуш килде. 308 – се башҡорт балалар баҡсаһында «Сәскә ат,минең Башҡортостан!» тематик көн үтте. Уның маҡсаты булып, тыуған яҡ мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү; тыуған илгә һөйөү тойғоһо һәм яуаплылыҡ тәрбиәләү булды. Кескәйҙәр менән күңел асыу, ҡул эштәре күргәҙмәләре, халыҡ уйындары ойошторолдо.Балалар Башҡортостан тураһында бик күп һәм мауыҡтырғыс мәғлүмәткә эйә булдылар.

#ДеньРБУфа2021 #БРкөнөӨфө2021


basgov1.jpg.png